Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноября 2024, 15:30

"Ғариза"

Руслан Абдуллин, Ейәнсура районы Өмбәт ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Күгәрсен районы Мораҡ ауылында Район мәҙәниәт йортонда эшләй. Наилә Хәмбәлиеваның "Ғариза" исемле шиғыры менән "Тере һүҙ" бәйгеһендә ҡатнаша.

"Ғариза""Ғариза"
"Ғариза"

"Тере һүҙ" төркөмө ҺҮҘ бәҫен күтәреү, ҡәҙерен арттырыу маҡсатында Учалы ижадсылары ойошторған " Тере һүҙ" проекты - шиғриәт байрамының аралашыу урыны.
Күҙәтеп барығыҙ, төрлө әҙәби, мәҙәни конкурстар ойошторолор: https://vk.com/club227980807?from=search

ҒАРИЗА
Аҡ ҡағыҙға сараһыҙлыҡ булып,
Теҙеләләр моңһоу хәрефтәр:
“Мин ризамын, балам туған телен,
Әсә телен уҡып өйрәнеүгә
Аҙнаһына ике дәрестә.”

Аҙнаһына ике дәрес балам,
Икмәк-тоҙлоҡ телен өйрәнһен.
Ҡалған яғы – күңел, йәне, рухы
Башҡа телдә үҫһен, көйләнһен.

Аҙнаһына ике дәрес уға
Өйрәтһендәр “Мама” – “Әсәй” тип,
Папа Атай була, хлеб – икмәк тип,
Һин яратҡан йомғаҡ бесәй тип.

Һәм – вәссәләм!
Шуның менән бурыс
Елкәһенән төшһөн түрәнең.
...Күҙе һуҡыр уның, йөрәге туң,
Хәүефтәрҙең күрмәй тәрәнен.

Ә хәүефтәр оло. Хәүеф тауҙай .
Иң-иң тәрәнеләй даръяның.
Ни арала, ниндәй гонаһ өсөн,
Вайымһыҙлыҡ Илде ялманы?

Теле тере булһа - милләт тере.
Теле барҙың ғына Иле бар.
...Ишетмәһәм ине: яҙмышына
Мең ғазаптар насип ожмах – Илдә
Яндырылған шарттың көлө бар...
Наилә Хәмбәлиева.

Учалы районы. 

Фото: Н.Хәмбәлиеваның шәхси сәхифәһенән.

"Ғариза"
"Ғариза"
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас