Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2024, 12:00

"Мөхәббәт, аҡса, ике енәйәт эше"

Һөйөүҙән башланған мөнәсәбәттәр енәйәт эштәре менән тамамланып ҡуйған.

"Мөхәббәт, аҡса, ике енәйәт эше""Мөхәббәт, аҡса, ике енәйәт эше"
"Мөхәббәт, аҡса, ике енәйәт эше"

46 йәшлек ир полицияға мөрәжәғәт итеп, кемдеңдер уның исеменә кредит алыуы тураһында хәбәр итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргәс, күпмелер ваҡыт ир менән бергә йәшәгән 48 йәшлек ҡатындың йәшерен рәүештә "һөйгәненең" телефонын алып, уның исеменә 550 мең һумлыҡ өс кредит рәсмиләштереүе асыҡлана. Кредит аҡсаһын ул үҙенең иҫәбенә күсерә лә, иргә был хаҡта бер ни ҙә әйтмәй, әйберҙәрен алып, сығып тая.

Аҙаҡ, был турала асыҡланғас, ҡатын кредит аҡсаһын, шулай уҡ үҙенең аҡсаһын да "инвестицияға" һалыуын әйтә. Ул интернетта пассив килем тураһында тәҡдим таба һәм миллион һум табыш вәғәҙә иткән мутлашыусы менән бәйләнешкә инә. Һөҙөмтәлә ҡатын үҙенең дә, ирҙең дә аҡсаһын юғалта, сөнки "инвестиция белгесе" аферист булып сыға.

Ҡатынға ҡарата ирҙең банк иҫәбенән аҡса урлау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, шулай уҡ билдәһеҙ кешеләргә ҡарата мутлашыу эше лә тикшерелә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас