Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2024, 13:34

Банк картаһын таптың икән... тотона күрмә!

Мәләүездә 16 йәшлек үҫмер урамда табылған банк картаһынан аҡса урлауҙа ғәйепләнә.

Банк картаһын таптың икән... тотона күрмә!Банк картаһын таптың икән... тотона күрмә!
Банк картаһын таптың икән... тотона күрмә!

2024 йылдың 22 октябрендә үҫмер урамда урындағы ҡатын юғалтҡан банк картаһын таба, уны ике аҙыҡ-түлек магазинында дөйөм суммаһы 2,5 мең һумлыҡ тауар һатып алыу өсөн ҡуллана. Тиҙҙән хоҡуҡ һаҡлаусылар уның шәхесен асыҡлай. Баланың ата-әсәһе килтергән зыянды тулыһынса ҡаплай. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Республиканың Тәфтиш идаралығы банк карталарынан аҡса урлаған өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында иҫкәртә: банк картаһынан (банк иҫәбенән) аҡса урлау ауыр енәйәт категорияһына ҡарай - бының өсөн алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Фото: https://vk.com/surbskr

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас