Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2024, 14:30

Йәштәр йылына йомғаҡ яһалды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 2024 йылды республикала Йәштәр йылы тип иғлан иткәйне. Ошо айҡанлы район-ҡалаларҙа күп сара, осрашыу үтте. 

Йәштәр йылына йомғаҡ яһалдыЙәштәр йылына йомғаҡ яһалды
Йәштәр йылына йомғаҡ яһалды

"Рух майҙаны" комплекслы күсмә саралар ойошторолдо. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау ойошмаһы тематик квиз-уйындар уҙғарҙы. Шулай уҡ "Рух" башҡорт йыры фестивале иғлан ителде.

Бөгөн Өфөләге "Атайсал" мәҙәниәт йортонда маҡсатлы йылға йомғаҡ яһалды. Район һәм ҡалалар делегациялары батырҙар темаһына квиз-уйында ҡатнашты һәм стратегик сессияла эшләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов белдереүенсә, әүҙем йәштәр тәҡдим иткән проекттар, идеялар декабрҙә үтәсәк ҙур йыйында йәштәр секцияһында ҡараласаҡ.

Белеүегеҙсә, алтынсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 13 декабргә күҙалланған.

Әлеге йомғаҡлау сараһында бик күп Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты тапшырылды, йыл буйына әүҙем эшләгән район һәм ҡалалар баһаланды.

"Рух" йыр фестиваленең геогрфияһы киң булған - ҡатнашыусылар беҙҙең республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә, Мәскәүҙән дә, Ҡурған өлкәһенән дә булды.

Сарала халыҡ-ара гүзәллек конкурстарында халҡыбыҙ данын яҡлаған, исемдәр яулаған һылыуҡайҙар ҙа бүләкләнде.

Фото: Юлай Кәримов фотолары.

Йәштәр йылына йомғаҡ яһалды
Йәштәр йылына йомғаҡ яһалды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас