Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноября 2024, 09:45

Президенттың Ҙур матбуғат конференцияһы ҡасан була?

Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ менән тура бәйләнешкә сығасаҡ.

Президенттың Ҙур матбуғат конференцияһы ҡасан була?Президенттың Ҙур матбуғат конференцияһы ҡасан була?
Президенттың Ҙур матбуғат конференцияһы ҡасан була?

Ил башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, ике сара  - тура линия һәм матбуғат конференцияһы бер юлы үтә.

Әле аныҡ көн билдәләнмәгән, шулай ҙа был әһәмиәтле сараны декабрҙең икенсе яртыһында ойоштороу күҙаллана.

Ғәҙәттәгесә, кемдәрҙер тура эфирҙа һорау бирәсәк, шулай уҡ халыҡтан да мөрәжәғәттәр, һорауҙар, үтенестәр ҡабул ителәсәк.

Фото: Кремль сайтынан (архив)

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас