Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2024, 09:42

Паникаға бирелеп, хаталана

Стәрлетамаҡта бер йәш ҡатын аҡса эшләргә ниәтләп, бөтә тупланмаһынан яҙған. 

Паникаға бирелеп, хаталанаПаникаға бирелеп, хаталана
Паникаға бирелеп, хаталана

Уға мессенджер аша үҙен "авиабилеттар эҙләү һәм һатыу менән шөғөлләнгән компания хеҙмәткәре" тип таныштырған ҡыҙҙан хәбәр килә. Ул һылтанма буйынса үтеп, отелдәрҙе ҡараған өсөн аҡса түләргә вәғәҙә итә. Ҡатын ҡыҙығып, отелдәрҙе ҡарай, скриншот яһап, ҡыҙға ебәрә. Бының өсөн 500-3000 һум аҡса түләйҙәр, тик аҡсаны шунда уҡ махсус иҫәпкә күсерергә талап ителә. Өс көндән һуң "компания менеджеры" шылтыратып, иҫәптең блокка ҡуйылыуы, асыр өсөн аҡса һалырға ҡуша. Паникаға бирелгән ҡатын 1, 3 млн һум аҡсаһын муттарға ебәрә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас