Ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға парламент наградаларын Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы. Парламент Рәйесе операцияның маҡсаттарына өлгәшеүҙәге тырышлыҡтары өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе.
– Ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, алғы һыҙыҡҡа посылкалар алып бараһығыҙ, гуманитар ярҙам әҙерләүгә һәм йыйыуға үҙ көсөгөҙҙө һалаһығыҙ. Һеҙҙең өлгө башҡа кешеләрҙе рухландыра. Һеҙҙең изге эштәрегеҙ еңеүҙе яҡынайта, – тине Константин Толкачев.
Парламент Рәйесе ирекмәндәргә Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре бар, әммә уларҙың барыһын да махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеү өсөн гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа ҡатнашыу берләштерә.