Бөгөн Өфөлә "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә матур сара үтеүе тураһында яҙғайныҡ инде (Йәштәр йылына йомғаҡ яһалды).
"Рух" фестивале финалистары: "Дәрт" (Межгорье), "Елмерҙәк" (Белорет), "Тарпан" (Сибай), "Сыңрау торна" (Ҡазан), "Намыҫ" төркөмдәре, Яҙгөл Абрарова (Асҡын), Ғәлиевтар ғаиләһе (Ҡурған өлкәһе), Зарема Шәйхетдинова (Өфө), Филүс Бөркөт (Өфө), Нияз Ғиззәтуллин (Әлшәй), Илшат Нәҙерғолов (Ырымбур), Айҙар Шәфиғуллин (Йәрмәкәй), Илдар Динмөхәмәтов (Мәскәү).
“Рухи майҙан” квиз-уйындары еңеүселәре: 1-се урын – Дүртөйлө районы командаһы, 2-се урын – Салауат районы, 3-сө урын – Дыуан районы.
Йәштәр йылы йомғаҡтары буйынса: 1-се урында Мәсетле районы һәм Сибай ҡалаһы, 2-се урында Белорет районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы. 3-сөлә – Федоровка районы.
Саралар БР Башлығы гранттары фонды ярҙамында ойошторолған.
Фото: Юлай Кәримов.