Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2024, 09:59

Алданған кешеләрҙе муттар ҙа һемәйткән

Ике кеше үтәлмәгән хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе кире ҡайтарырға маташып, мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккән. 

Алданған кешеләрҙе муттар ҙа һемәйткәнАлданған кешеләрҙе муттар ҙа һемәйткән
Алданған кешеләрҙе муттар ҙа һемәйткән

Учалынан 34 йәшлек ҡатын ялған тауар өсөн түләнгән 12 млн һум аҡсаһын кире ҡайтарырға тырышып, ялған "тәфтишселәргә" тәүҙә 4 мең, шунан "адвокатҡа" ғариза теркәү өсөн 50 мең һум, аҙаҡ 700 мең һум аҡса күсергән.

Павловка ауылынан 26 йәшлек ир ҙә финанс пирамидаға һалынған аҡсаһын кире ҡайтарыр өсөн "юрист хеҙмәттәре"нә, "һалым"ға һәм башҡа хеҙмәттәр өсөн 900 мең һумдан ашыу аҡса биргән.

Улар кеүек алданып ҡуймағыҙ! 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас