Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2024, 09:30

Радий Хәбиров Сәнәғәт форумына килеүселәрҙе сәләмләне

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, Сәнәғәт форумына Рәсәйҙең 20 субъектынан вәкилдәр килгән. Шул иҫәптә илебеҙҙең яңы төбәгенән, һәм, әлбиттә, дуҫтарыбыҙ Беларустән һәм Ҡытайҙан да белгестәр бар. Ҙур сара бөгөн Өфөнөң "ЭКСПО" комплексында асылды. Бында шулай уҡ "Машиналар эшләү", "Металл эшкәртеү", "Өфөнөң инновация потенциалы" тигән күргәҙмәләр ҡуйылған.  

Радий Хәбиров Сәнәғәт форумына килеүселәрҙе сәләмләнеРадий Хәбиров Сәнәғәт форумына килеүселәрҙе сәләмләне
Радий Хәбиров Сәнәғәт форумына килеүселәрҙе сәләмләне

"Йола буйынса форумда яңы предприятиелар асабыҙ. Бөгөн "Бурсервис" һәм "Туймазытехуглерод" компанияларының етештереү линияларын астыҡ", - тип яҙа БР Башлығы.

Башҡортостанда 52 меңдән ашыу кеше сәнәғәт өлкәһендә эшләй. Радий Хәбиров уларҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерә.

"Бөгөн беҙҙең алда мөһим бурыстар тора: Рәсәй сәнәғәт етештереүе динамикаһын һаҡларға, кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә, роботлаштырырға, һанлаштырырға, илебеҙҙең технологик суверенлығын тәьмин итергә. Импортты алмаштырыуҙа үҙебеҙҙең яңы йүнәлештәрҙе лә үҫтерергә", - тигән Радий Фәрит улы.

Уның белдереүенсә, йәнә бер етди мәсьәлә бар: сәнәғәткә дәүләт ярҙамы саралары системаһын ойоштороу. Дәүләт ярҙамынан тыш тармаҡты үҫтереү мөмкин түгел. Башҡортостанда Сәнәғәтте үҫтереү фонды әүҙем эшләй. Республика - сәнәғәт кластерҙары иҫәбе һәм уларҙың эш һөҙөмтәлелеге буйынса лидер. «Алға» махсус иҡтисади зонаһы йылдам үҫешә. Был яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Фото: Радий Хабиров

Радий Хәбиров Сәнәғәт форумына килеүселәрҙе сәләмләне
Радий Хәбиров Сәнәғәт форумына килеүселәрҙе сәләмләне
Радий Хәбиров Сәнәғәт форумына килеүселәрҙе сәләмләне
Радий Хәбиров Сәнәғәт форумына килеүселәрҙе сәләмләне
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас