Мармелад яһау өсөн 1 кг кишер, 4 әфлисун, 0,5 кг шәкәр, 1 балғалаҡ "Агар-агар" кәрәк.
Кишерҙе түңәрәкләп турап, һыуҙа йомшарғансы бешерергә. Һыуынан һарҡытырға ла, уға шәкәр ҡушып, блендер менән иҙергә. Әфлисун һутын һығырға. 2 стакан һут килеп сығырға тейеш. Аҙ булһа, кишер бешкән һыуҙы һалығыҙ. Ошо һутҡа "Агар-агар"ҙы ҡушып, бер сәғәт тоторға. Кишер иҙмәһенә килеп сыҡҡан желены һалып болғатырға. Талғын утҡа ҡуйып, 10 минут бешерергә. Көслө утта тотмағыҙ, мармелад килеп сыҡмаясаҡ. Аҙыраҡ һыуынғас, формаларға һалып, ҡатырырға.
Фото: koolinar.ru