Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2024, 11:30

Улар тәү сиратта социаль түләүҙәр аласаҡ

  Махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларҙың йәш ғаиләләре тәү сиратта торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләүҙәр алыу мөмкинлегенә эйә.   Тейешле документҡа Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. 

Улар тәү сиратта социаль түләүҙәр аласаҡУлар тәү сиратта социаль түләүҙәр аласаҡ
Улар тәү сиратта социаль түләүҙәр аласаҡ
 
Әле өс һәм унан күберәк балаһы булған йәш ғаиләләр, шулай уҡ 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн иҫәпкә баҫҡан йәш ғаиләләр ошондай түләүҙәр алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә ине. Хәҙер был хоҡуҡ менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәш ғаиләләр ҙә файҙалана аласаҡ. Торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәр йәше 35-кә етмәгән ғаиләләргә тапшырыла. Балаларҙың булыуы мотлаҡ түгел. Бынан тыш, бер йәки бер нисә бала тәрбиәләгән 35 йәшкә тиклемге яңғыҙ ата-әсә лә дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы. Төп талап - ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булырға тейеш. Түләүҙең күләме торлаҡ хаҡынан 30-35 процент тәшкил итә. Аҡсаны өй, яңы һалынған йортта фатир һатып алыуға, төҙөлөшкә йүнәлтергә мөмкин.
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас