Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноября 2024, 08:51

Рәсәй Президенты янында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле тәғәйенләнде

БР Башлығы Радий Хәбиров яңы указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты янында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле тәғәйенләндеРәсәй Президенты янында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле тәғәйенләнде
Рәсәй Президенты янында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле тәғәйенләнде

Ринат Фәйзуллин Рәсәй Президенты янында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле булып эшләйәсәк.  

Ринат Таһир улы Өфөлә тыуған. Смоленск дәүләт физик культура һәм туризм академияһын, Башҡорт дәүләт университетын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын спорт-инструктор булып башлаған. 

Артабан төрлө урында, шул иҫәптән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ойоштороу-контроль идаралығында, баш ҡаланың "Спецавтохозяйство по уборке города" предприятиеһында яуаплы вазифала эшләгән.

2022 -2024 йылдарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса Аппарат етәксеһе булған.

Фото: БР Башлығы сайты.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас