Илебеҙҙең төрлө төбәгендә дауыл сығыуы күҙаллана. Был иҫәпкә Башҡортостан да инә. Ҡайһы бер көндәрҙә хатта ел секундына 27 метрға етеүе ихтимал. Боҙло ямғыр ҙа күҙаллана.
Гисметео порталына күҙ һалһаҡ, республикала ноябрҙең һуңғы яртыһында һыуыҡтар булмай. Көндөҙ уртаса температура +2, -4 градус буласаҡ. Болотло көндәр күберәк инде. Декабрь башында ла ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй.
Ҡыш йылы башлана, тиһәк тә була.
Фото: news.ru