Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноября 2024, 12:55

Үҫмерҙәр үҙҙәренең проектын яҡлаясаҡ

11 – 13 ноябрҙә Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте»нең «Бейеклек» Акселераторының йомғаҡлау чемпионаты үтә.  

Үҫмерҙәр үҙҙәренең проектын яҡлаясаҡҮҫмерҙәр үҙҙәренең проектын яҡлаясаҡ
Үҫмерҙәр үҙҙәренең проектын яҡлаясаҡ

Унда Рәсәйҙең 54 төбәгенән 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге  800 үҫмер ҡатнаша. Командалар үҙҙәренең проектын яҡлаясаҡ.

Был мөмкинлек уларға ижади, технологик һәм эшлекле тәҡдимдәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Балалар үҙҙәренең идеяларын бойомға ашырыр өсөн грант ярҙамын ала.

  Балалар һәм үҫмерҙәрҙең «Беренселәр хәрәкәте» РФ Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән булдырылғайны.

Хәрәкәт эшмәкәрлеге уларҙың ялын ойоштороу, үҫеше өсөн төрлө яҡлап мөмкинлектәр булдырыу, киләсәктә һөнәри йүнәлеш биреүҙе күҙ уңында тота.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас