Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноября 2024, 12:30

Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Бөгөн Күгәрсен районының Бикес ауылында матур сара үтте. Беренсенән, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы батырҙарға арналған стела яңыртылды. Икенсенән, башҡорт балы брендын донъя кимәленә сығарыуға ҙур өлөш индергән ғалим, биология фәндәре докторы Әмир Ишемғоловҡа уның тыуған йортонда таҡтаташ асылды. 

Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылдыӘмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Был турала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Сара аят уҡыуҙан башланған. Өфөнә мәртәбәле ҡунаҡтар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, тарихсылар, Ҡыпсаҡ ырыуы етәксеһе Әхәт Сәлихов килгән, Әмир Ишемғоловтоң туғандары ҡайтҡан. 

Бикес ауылынан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, миҙалға лайыҡ булыусылар бар. Уларҙың исемдәре мемориалға яҙып ҡуйылған. Шулай уҡ күрше ауылдарҙан батырлыҡ күрһәтеүселәрҙең дә исемдәре мәңгеләштерелгән. Халыҡ батырҙарын онотмай.

Ә Әмир Миңлеәхмәт улына килгәндә, ул башҡорт балын танытыусы ғына түгел, ә Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгенә нигеҙ һалыусы ла. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе булғанда ла халҡы өсөн күп эшләне.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Әмир Ишемғолов ҡәһәрле коронавирус пандемияһы осоронда ауырып, арабыҙҙан ваҡытһыҙ китте.

Уның иҫтәлегенә таҡтаташ тыуған йорто стенаһына беркетелде. Әле унда шәхестең әсәһе Шәүрә Сөнәғәт ҡыҙы йәшәй. Аллаһы Тәғәлә уға һаулыҡ бирһен.

Фото: vk.com/marat.iskuzhin

 

Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас