КЛАСТАШТАРҒА
Әҙәм заты гел дәртләнеп йәшәй, Иртәгәһе көнгә план ҡора. Тик маңлайға яҙған яҙмышыңды, Үҙгәртергә юҡтыр һис сара... Арабыҙҙан иртә ҡуҙғалдылар, Класташ ҡыҙҙар, класташ егеттәр. Йәмиләкәй, Рима, Вәсиләләр... Рафиҡ, Рауф, Дамир, Рәистәр... Виллур, Ғәдил, Наил, Нур һәм Рәшит... Бына инде китте Марат та... Күпме хыял, күпме эштәр ҡала, Йәшәп өлгөрмәгән тормошта. Их, йәшәргә ине һеҙгә, дуҫтар, Изге эштәр ҡылып, ҡыуанып. Тормош матур, хөрриәт бит, тиеп, Ейәндәрең менән йыуанып. Ғүмер - тик бер миҙгел... Күктәр китабында Һәр кемгә яҙылған сираты. Яҙмыш һынауҙарын елеп уҙғас, Туҡтап ҡала саптар, шәп аты... Сәлиә Ғатауллина