"... Дуҫтар, миңә бер аҙға китергә кәрәк булды. Борсолмағыҙ, минең менән барыһы ла яҡшы. Мине дауаханаға һалалар, һәм, дөрөҫөн әйткәндә, үҙем шок хәлендә. Һуңыраҡ ентекләберәк һөйләрмен. Әле дуҫым шылтыратып, ни өсөн мин шул тиклем күңелле икәнемде һораны. Хатта дауаханаға ла йылмайып барырға кәрәк", - тип һөйләне Нурғәлиев соцселтәр сторисына "ашығыс ярҙам" машинаһынан.
Артист Өфөнөң кардиология үҙәгендә тикшереү үтә. Унда уға коронарография үткәреп стент ҡуйғандар.
"Мин үҙемде яҡшы тоям, операция ваҡытында булды, стент ҡуйҙылар. Инфаркт ҡурҡынысы етди, әммә беҙ ваҡытында өлгөрҙөк. Табиптар еңеп сыҡты. Үҙемде яҡшы тоям һәм барыһы ла яҡшы булыр тип ышанам», — тип уртаҡлашты Әнүәр.
- Тулыһынса тыйыу индерелмәй, әммә хәҙер һаҡлыҡ кәрәк. Хәҙер йөрәгемдә стент тора, артыҡ көсөргәнеш ярамай. Әммә концерттарҙы тулыһынса туҡтатыу мөмкин түгел, сөнки билеттар һатылған. Ғәҙәттә беҙҙең гастролдәр графигы тотороҡло: ғинуар - Мәскәү һәм Ҡазан, февраль — Яр Саллы, Түбәнге Кама, март — Өфө, Ырымбур. Үҙеңде һаҡларға һәм, бәлки, киләсәктә йөкләмәне кәметергә кәрәк, - ти артист.