Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2024, 08:03

Рәшит Назаров исемендәге премия тапшырылды

Ауырғазы районының Талбазы ауылында еңел булмаған яҙмышлы, талантлы башҡорт шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы матур сара үтте.

Рәшит Назаров исемендәге премия тапшырылдыРәшит Назаров исемендәге премия тапшырылды
Рәшит Назаров исемендәге премия тапшырылды

"Йырым минең йөрәгемдән" тигән мәҙәни-әҙәби кисәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов, билдәле яҙыусы-шағирҙар, ғалимдар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡытыусылары, китапханасылар, балалар ҡатнашты.

Былтыр районда Рәшит Назаров исемендәге премия булдырылған. Ошо сарала уның тәүге лауреаттары асыҡланды. Премияға "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина һәм башҡорт шағиры, журналист, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф Мифтахов (үлгәндән һуң) лайыҡ булды. Шағирҙың ҡатыны Хөрмә Мифтаховаға тапшырылды.

Фото: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Рәшит Назаров исемендәге премия тапшырылды
Рәшит Назаров исемендәге премия тапшырылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас