Өфөнән 79 йәшлек ир мутлашыусыларға 500 мең һум аҡса күсерергә йыйынған, әммә уны полиция хеҙмәткәре туҡтатып өлгөргән.
Шишмә районында пенсионер ҡатын "МТС" исеменән мутлашыусыларҙың шылтыратыуын ваҡытында аңлай һәм һөйләшеүҙе туҡтата.
Бүздәк районында йәшәүсе "инвестицияға" аҡса һалып, 2 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә:
Банк йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары исеменән шылтыратыусы ят кешеләргә ышанмағыҙ.
Аҡсаны "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсермәгеҙ.
Шәхси мәғлүмәтте телефон аша бер кемгә лә бирмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242