Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2024, 04:00

Ауылда торлаҡ алыу йә йорт төҙөүгә сертификат

Белеүегеҙсә, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-ҡа яҡын төр ярҙам сараһы булдырылған. Шуларҙың береһе торлаҡ мәсьәләһенә ҡағыла.

Ауылда торлаҡ алыу йә йорт төҙөүгә сертификатАуылда торлаҡ алыу йә йорт төҙөүгә сертификат
Ауылда торлаҡ алыу йә йорт төҙөүгә сертификат

МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ауылда йорт төҙөү, булған өйгә төкәтмә төкәтеү йәки фатир алыу өсөн  социаль түләүгә хоҡуҡлы. Аҡсалата ярҙам күләме йорттоң дөйөм иҫәбенең 70 процентынан артыҡ булырға тейеш түгел.

Был төр ярҙам дәүләт программаһында ҡатнашыусыларға ҡағыла. Уның өсөн район хакимиәтенә ғариза бирергә кәрәк.

Әйткәндәй, контракт хеҙмәтен һайларға теләүселәр 122 (Ситуация үҙәге), 8 (347) 248-29-31 (һайлап алыу пункты), 8-800-550-55-25 (ҡыҙыу линия) телефондарына шылтырата йәки урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас