Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноября 2024, 11:03

Аптырамағыҙ: был - яңы аҡса

Башҡортостанға яңы өлгөләге биш меңлек банкноталар килгән. Улар туҙған һәм иҫкергән купюраларҙы алмаштырып, әйләнешкә әкренләп индерелә.

Аптырамағыҙ: был - яңы аҡсаАптырамағыҙ: был - яңы аҡса
Аптырамағыҙ: был - яңы аҡса

Хәҙер ҡулаҡса әйләнешендә биш меңлек аҡсаның өс төрө бар:
- 1997 йылғы өлгөләр;
- 1997 йылғы купюраларҙың 2010 йылғы модификацияһы;
- 2023 йылғы өлгөләр.
Уларҙың барыһы ла бер тиң.
Ҡулығыҙҙа булған аҡсаны яңыларына махсус алмаштырырға кәрәкмәй. Әгәр иҫкеләре тиҙҙән «янып бөтәсәк» йәки башҡа һылтау менән һеҙгә «иҫке» аҡсаны «яңыларына» алмаштырырға тәҡдим итһәләр, былар – мутлашыусылар.

Яңы өлгөләге биш меңлек банкнотаның ысын булыуын нисек асыҡларға – ошо хаҡтағы мәғлүмәт беҙҙең карточкаларҙа.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Аптырамағыҙ: был - яңы аҡса
Аптырамағыҙ: был - яңы аҡса
Аптырамағыҙ: был - яңы аҡса
Аптырамағыҙ: был - яңы аҡса
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас