Был факт буйынса Өфө ҡалаһының Октябрь районы буйынса тәфтиш бүлеге тикшереү ойошторған. Уның һөҙөмтәләренә ярашлы баланың атаһына ҡарата бәлиғ булмаған баланы тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған (РФ Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы). Әлеге ваҡытта енәйәт эше буйынса ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға һәм иҫбатлау базаһын йыйыуға йүнәлтелгән тикшереү эштәре комплексы ойошторолған, тип хәбәр итә БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://vk.com/surbskr