Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2024, 09:30

Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән

Батыр егеткә ни бары 22 йәш.

Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткәнҮҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән
Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән

Һүҙ махсус хәрби операция ветераны Тимур Лоҡманов тураһында.

Ул яуға доброволец булып, килешеү төҙөп киткән. Ҡаты алыштарҙың береһендә яраланған һәм Мәскәү госпиталдәренең береһендә оҙаҡ реабилитация үткән.

Тимур тик кенә ята торған кеше түгел. Уны былтыр “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының республика филиалы хеҙмәткәрҙәре волейбол буйынса ярышҡа саҡырған. Егет шулай итеп, тәүге “Ватан һаҡсылары кубогы”нда республика йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан һәм улар икенсе урынға лайыҡ булған. Быйыл иһә “Беҙҙең заман геройҙары” турнирында “алтын” яулағандар. Тимур Лукманов үҙе уҡтан атыу буйынса икенсе урын алған. Хәҙер ул Бөтә Рәсәй кимәлендәге “Ватан һаҡсылары кубогы”нда көс һынашасаҡ. Сара 14 – 17 ноябрҙә Сочиҙағы “Сириус”та үтә.

Әйткәндәй, күптән түгел Тимурға БР Башлығы Радий Хәбиров Шайморатов орденын тапшырҙы.

Ҡыйыу, көслө рухлы замандашыбыҙға уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Сығанаҡ һәм фото: Защитники Отечества | Башкортостан

Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән
Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән
Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас