Хәҙер биләмәгә ингән урынға ҙур ҡыҙыл йондоҙ ҡуйылған, хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙарға арналған үҙәк стела яңыртылған. Шулай уҡ танкистарға, тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш балаларына, махсус хәрби операцияла һәләк булғандарға ла стела ҡуйылған. Аллеяла бөтә һуғыш ҡорбаны иҫтәлегенә Мәңгелек ут тоҡандырылған.
Фото: Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан.