Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ир ҡатыны менән өйҙән ирешеп сығып киткәндән һуң 2019 йылдың 26 октябрендә 5 һәм 8 йәшлек улдарын һыуға батырып үлтергәйне. Балаларҙың береһенең мәйетәре Калинин районы биләмәһендә, Ағиҙел йылғаһында, икенсеһенең Дим районы биләмәһендә һыуҙа табылды. Әммә атай кешене һаман да таба алманылар.
Тәфтишселәр фараздарынса, Мазовтың ,паспортын алмаштырып , сит илдә йәшәп ятыуы ихтимал. Ул шпион фильмдары ҡарарға яратҡан, дектектив китаптар уҡыған булған. Енәйәт ҡылыр алдынан интернет селтәрендә башҡа илдәрҙәге ҡунаҡханаларҙы ҡараған.