Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2024, 18:30

Донъя чемпионкалары оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Бөгөн   Өфөлә Башҡортостан  Республикаһының   Өлфәт Мостафин исемендәге спорт үҙәгендә  нәфис гимнастика буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Донъя чемпионкалары оҫталыҡ дәресе үткәрҙеДонъя чемпионкалары оҫталыҡ дәресе үткәрҙе
Донъя чемпионкалары оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

  Уны   илебеҙҙең билдәлее   спортсылары, бер нисә тапҡыр донъя һәм Европа чемпионкалары Дина менән Арина Авериналар үткәрҙе.  

Оҫталыҡ дәресенә гимнастика менән шөғөлләнеүсе 30-ҙан ашыу уҡыусы килгәйне.  Донъя кимәлендә танылыу яулаған гимнасткалар менән осрашыу  – әле яңы ғына нәфис гимнастика менән шөғөлләнә башлаған ҡыҙҙарҙың  иң яҡты хыялы.   Ә улар осрашып ҡына ҡалманы, бергәләп төрлө күнекмәләр эшләргә өйрәнде, фотоға төштөләр, ул ғына ла түгел донъя чемпионкаларының автографы менән иҫтәлекле бүләктәр ҙә алды.  Был көндән һәм ошо матур аралашыуҙан алған тәъҫораттары уларҙы уңыштарға ҡанатландырып, мәңгелеккә күңелдәрендә ҡалыр.

Фото:Автор фотоһы. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас