Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2024, 08:30

"Битлектәр шоуы" дауам итә!

Өфөнән 53 йәшлек шәфҡәт туташы ялған "баш табип урынбаҫарынан" килгән хәбәрҙәге күрһәтмәне үтәп, 4,6 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

"Битлектәр шоуы" дауам итә!"Битлектәр шоуы" дауам итә!
"Битлектәр шоуы" дауам итә!

Етәкселәрҙең, билдәле персоналарҙың исем-шәрифен, фотоһын файҙаланып, тelegram йәки ватсап аккаунттары аша кешеләрҙе алдауға ҡоролған мутлашыу схемаһы актуаль булып ҡала.

Муттар тарафынан теләһә ниндәй телефон номерына мессенджерҙа иҫәп яҙмаһы булдырыла, аватаркаға ҙур ойошманың билдәле бер етәксеһе фотоһы беркетелә. Социаль селтәрҙәрҙә был етәксенең ҡулы аҫтында эшләүселәрҙе эҙләп табыу әллә ни ауыр түгел, сөнки граждандар профилдәренә анкета мәғлүмәттәрен (эш урыны, вазифаһы һ.б.) үҙҙәре яҙып ҡуя. Һәм енәйәтселәрҙең һөжүме аҫтына эләгә.

Һуңғы ҡорбандарҙың береһе - Өфөнән 53 йәшлек шәфҡәт туташы. Уның телеграмына "баш табип урынбаҫарынан" дәүләт именлеге органдарына ярҙам итеү тураһында күрһәтмәләр килгән. Ошондай "аралашыу" һөҙөмтәһендә медицина хеҙмәткәре 4,6 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.

- Смартфон экранында күргәндәрегеҙҙең ысынбарлыҡ булмауы ла ихтимал! Һөйләшкән кешене башҡа элемтә каналдары буйынса ла тикшерегеҙ! - тип кәңәш итә "Мошки" телеграм-каналы.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас