Отряд составында хәрбиҙәрҙең ҡатындары, әсәләре, ҡыҙ туғандары бар. Шулай уҡ республикала яугирҙарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыусы гүзәл зат та отрядҡа ҡушылған.
Гордиенко әйтеүенсә, волонтерҙар госпиталдәрҙә яралы һалдаттарға ярҙам итәсәк, палаталарға дежурлыҡ ойошторасаҡ һәм әмәлиәткә әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ. Отряд ағзалары Луганскиҙа ике аҙна була, артабан уларҙы икенсе состав алмаштыра.
Әле ете ирекмән эшләй. Улар 36 сәғәт поста була һәм алты сәғәт ял итә.
- Волонтер ҡатын-ҡыҙҙар отрядын булдырыу буйынса башланғысты хуплаусы Башҡортостан Башлығына рәхмәт. Һәм, әлбиттә, күңел ҡушыуы буйынса еңеүгә өлөш индереүҙәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт, - тигән министр.
Фото: Зухра Гордиенко