15 ноябрҙә хаҡлы ялдағылар өсөн «Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлелеге» проекты башлана. Был көндө Башҡортостандан туристарҙың тәүге төркөмө Үзбәкстанға юллана. Проектта ҡатнашыусылар – 55 йәштән өлкәндәр. Бындай турҙың оҙайлығы – 4 көн. Ул Өфөнән Сәмәрҡәндкә ике яҡҡа осоуҙы, йәшәүҙе, туҡланыуҙы (иртәнге аш), экскурсия программаһын, страховкалауҙы үҙ эсенә ала. Сәфәр барышында турҙа ҡатнашыусылар боронғо ҡаланың төп иҫтәлекле урындарын күрәсәк, үзбәк аш-һыуын тәмләп ҡараясаҡ һәм буш ваҡытта ҡала буйлап үҙаллы йөрөй аласаҡ.
Быйыл пенсионерҙар 15 – 29 ноябрҙә, шулай уҡ 13 декабрҙә Үзбәкстанға сәйәхәткә бара ала. Программа 150 кеше өсөн тәғәйенләнгән.