Махсус хәрби операцияла иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе - маскировка селтәре. Уны үреү - ваҡыт һәм тырышлыҡ талап иткән яуаплы процесс. Әммә халҡыбыҙ был эштең мөһимлеген һәм кәрәклеген аңлай, шуға ла изге эштән бер кем дә, шул иҫәптән ейәнсуралар ҙа ситтә ҡалмай. 28 октябрҙә Район мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәре әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлзиә Сәфиулла ҡыҙы Татлыбаева етәкселегендәге "Йырау" халыҡ башҡорт фольклор ансамбле ағзалары ойошторған.
Ансамблдең ағзалары талантлы йырсы-бейеүсе булараҡ та абруй ҡаҙанған, үҙҙәренең яуаплылығы, әүҙемлеге менән дә барыһына ла өлгө. Афариндар!
Фото: https://zian-rdk.ru/news/2024/10/master-klass-po-pleteniyu-maskirovochnyh-setej-v-rajonnom-dome-kultury/