Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2024, 09:30

Маникюр эшләтергә теләгән ир-егет ҡаршылыҡҡа осраған

Өфөлә берәү матурлыҡ салоны менән судлаша. Сәбәп етди.

Маникюр эшләтергә теләгән ир-егет ҡаршылыҡҡа осрағанМаникюр эшләтергә теләгән ир-егет ҡаршылыҡҡа осраған
Маникюр эшләтергә теләгән ир-егет ҡаршылыҡҡа осраған

25 йәшлек ир-егет бер матурлыҡ салонына маникюр эшләтергә ингән. Тик уға хеҙмәт күрһәтмәгәндәр. Хатта ниңә икәнен йүнләп аңлатып та тормағандар.

Ахырҙа егет полицияға ғариза яҙған һәм “Роспотребнадзор”ҙың республика бүлексәһенә мөрәжәғәт иткән.

Был турала телеграм-каналда Mash Batash яҙа.

Суд ғаризаны ҡараған һәм салон хеҙмәткәрҙәренә егеткә маникюр эшләргә йөкмәткән, шулай уҡ 1500 һум штраф сәпәгән. Ә матурлыҡ салоны етәкселеге быға риза булмайынса, артабан судлашыуҙы хуп күргән.

Аптыраҡ: маникюрҙы ҡатын-ҡыҙ ғына эшләтә аламы икән ни? Әллә башҡа сәбәбе бар ҙа, егеткә әйтмәйҙәрме?

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас