Хәҙер белешмәне Күп функциялы үҙәк офисында һәм Дәүләт хеҙмәттәре аша юлларға мөмкин (vk.cc/cDUhHC).
Белешмә алыу өсөн шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәгенә, хәрби комиссариаттарға йәки хәрби частәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был структуралар сит ил граждандарынан һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙән дә мөрәжәғәттәр ҡабул итә.
Ғаризалар дүрт эш көнө эсендә ҡарала. Өҫтәмә тикшереү кәрәк булған осраҡта, ғаризаны ҡарау ваҡыты 30 календарь көнгә тиклем оҙайтылырға мөмкин.
Электрон белешмә Дәүләт хеҙмәттәрендә вәкәләткә эйә вазифалы кеше ҡул ҡуйған көндән алып 30 календарь көндән дә артыҡ һаҡланмай. Белешмәнең ғәмәлдә булыу ваҡыты сикләнмәгән.
Документтарҙан тик паспорт ҡына кәрәк буласаҡ.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының яҡын туғандары – тормош иптәше, балалары, ата-әсәһе лә белешмә юллай ала. Уларға хәрби хеҙмәткәр менән туғанлығын раҫлаусы документ кәрәк буласаҡ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
+21 °С
Болотло


