Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2024, 10:55

Батырҙарҙың наградаларын яҡындары алды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында эш сәфәрендә. Яңы Балаҡатай ауылында ул махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты.

Батырҙарҙың наградаларын яҡындары алдыБатырҙарҙың наградаларын яҡындары алды
Батырҙарҙың наградаларын яҡындары алды

Радий Хәбиров шәһит-яугирҙарҙың – Айҙар Хөсәйенов, Василий Колобов, Илсур Яҡупов, Анатолий Лыков һәм Юлиан Швидконың - ғаиләләре менән осрашып, уларға яугирҙар үлгәндән һуң лайыҡ булған Шайморатов орденын тапшырҙы. Ата-әсәләренә Тыуған илебеҙҙең ысын батырҙарын үҫтергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә беҙҙә 40-ҡа яҡын төр ярҙам сараһы бар. Һәләк булған яугирҙарҙың туғандары ла Республика кардиоүҙәгендә һаулығын нығыта ала.

Балаҡатай районы хакимиәте етәкселегенә хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе контролдә тоторға ҡушылды.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас