Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноября 2024, 11:16

Балаҡатайҙы гүзәл зат етәкләй

Бөгөн Радий Хәбиров Балаҡатай районы Советы ултырышында ҡатнашты. Сарала депутаттар районға яңы етәксе һайланы.

Балаҡатайҙы гүзәл зат етәкләйБалаҡатайҙы гүзәл зат етәкләй
Балаҡатайҙы гүзәл зат етәкләй

Балаҡатай районы хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Лилиә Мулланурова тәғәйенләнде. БР Башлығы бығаса етәксе булған Мәсхүт Миңлеғәлинға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы" миҙалын тапшырҙы.

Лилиә Рәмил ҡыҙы Мулланурова Билән ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған. 2004 йылдан Балаҡатай районы хакимиәтендә төрлө яуаплы вазифала эшләгән, 2016 йылдан хакимиәт башлығы урынбаҫары булған.

Хәҙер ул - Башҡортостанда район етәксеһе булған биш ҡатын-ҡыҙҙың (Ҡыйғының элекке етәксеһе хәҙер - министр) береһе.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Балаҡатайҙы гүзәл зат етәкләй
Балаҡатайҙы гүзәл зат етәкләй
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас