Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2024, 04:43

Яңы мәҙәниәт усағы асылды

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылындағы мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһалғайны. Ошо көндәрҙә ул тантаналы рәүештә асылған.

Яңы мәҙәниәт усағы асылдыЯңы мәҙәниәт усағы асылды
Яңы мәҙәниәт усағы асылды
"Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" федераль проекты буйынса клубта тамашасылар һәм спорт залы яңыртылған, хәҙер ҡыйыҡ, стеналар, иҙән, инженер селтәрҙәре лә яңы.
Капиталь ремонттың дөйөм суммаһы 18 млн һумға төшкән. Ауыл мәҙәниәт йортонда бейеү һәм музыка кабинеттары ла бар. Унда 200-ләп кеше шөғөлләнә. "Батыр" спорт клубы эшләй. Китапхана, Балалар сәнғәт мәктәбе филиалы ла бар. Яңы мәҙәни усаҡ артабан да гөрләп-дөрләп торһон, тигән теләктә ауыл халҡы.
Фото: Министерство культуры Республики Башкортостан.
Яңы мәҙәниәт усағы асылды
Яңы мәҙәниәт усағы асылды
Яңы мәҙәниәт усағы асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас