Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2024, 16:30

Өйҙә сысҡандар булмаһын тиһәк…

Өйөгөҙҙә сысҡандар күбәйҙеме? Көндәр һыуытҡас, улар йылы , ҡоро урын эҙләп, өйгә инәләр.  Нисек ҡотолорға?

Өйҙә сысҡандар булмаһын тиһәк…Өйҙә сысҡандар булмаһын тиһәк…
Өйҙә сысҡандар булмаһын тиһәк…

Өйөгөҙҙә сысҡандар күбәйҙеме? Көндәр һыуытҡас, улар йылы , ҡоро урын эҙләп, өйгә инәләр. Бесәй булған урында, әлбиттә, был хайуандарға  урын юҡ. Кимереүселәр  бөтнөк, еҙтөймә,   аҡ сәскә (ромашка) еҫен дә яратмай. Йәй йыйған сәскәләрҙе  ҡаралтыға ҡуйһағыҙ, сысҡандарҙан ҡотолорһоғоҙ. Уларҙы бөтөрөү өсөн аптеканан хлорлы калий  алып, өңдәренә һибәләр. Яндырылған резина, дегет еҫен дә улар яратмай. Баҙҙа, келәттә иҫке покрышка яндырырға мөмкин. Сысҡандар күпләп йөрөгән урындарҙа һауыт менән көл ҡуйыу ҙа яҡшы. Был һелтеле матдә уларҙың тиреһен тишә. Әлбиттә, кимереүселәргә ҡаршы ағыу ҡулланмаһаң, уларға ҡаршы көрәшеп булмай. Дарыуҙы санэпидемстанцияларҙан алырға тырышығыҙ.

 

Фото: 

 

novochag.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас