Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноября 2024, 03:30

Көлөп алайыҡ әле!

– Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, табип әфәнде, был дарыу үләндәренән аҙ ғына булһа ла файҙаһы бармы ул?– Әлбиттә. Һәм аҙ ғына түгел...  

Көлөп алайыҡ әле!Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

– Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, табип әфәнде, был дарыу үләндәренән аҙ ғына булһа ла файҙаһы бармы ул?
– Әлбиттә. Һәм аҙ ғына түгел. Күптән түгел яңы фатир алғайным, хәҙер улыма машина алырға ниәтләйем.

* * *
Кеҫә телефоның булыу – уңайлылыҡ. Ике телефонлы булыу – муллыҡ. Кеҫәңдә өс телефон йөрөтәһең икән – сереп байыу. Бөтөнләй телефонһыҙ булыу – рәхәтлектең аръяғына сығыу.

* * *
– Һин бәхетлеме?
– Ә һинең ҡасан да булһа бәхетһеҙ алйотто осратҡаның бармы?

* * *
Аңламаҫһың: законды боҙһаң – штраф һалалар, боҙмаһаң һалым тотоп ҡалалар.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас