Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноября 2024, 07:59

Иглиндә - яңы мәктәп

Бөгөн Иглин районы үҙәгендә 7-се мәктәп тантаналы асылды. Унда БР Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Иглиндә - яңы мәктәпИглиндә - яңы мәктәп
Иглиндә - яңы мәктәп

Яңы мәктәпте "Мәғариф" милли проекты буйынса һалғандар. 

Төҙөлөш былтыр мартта башланғайны. Яңы уҡыу бинаһы 1225 балаға иҫәпләнгән.

Объект хаҡы 1,1 млрд һум тәшкил иткән, тағы ла 13,1 млн һумды республика ҡаҙнаһынан заманса йыһаз алыуға йүнәлткәндәр.

Бында белем алыуға бөтә шарт булдырылған. 

Радий Хәбиров уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, педагогик коллективты яңы мәктәп менән ҡотланы һәм төҙөлөштө алып барыусыларға маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.

- Иглин районы йылдам үҫә, шуға ла мәктәп көтөп алынды. Ул тиҙ туласаҡ. Тағы ла яңы мәктәп кәрәгә. Беҙ был турала ла уйлайбыҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ла ауыл халҡын тәбрикләне.

Ата-әсәләр исеменән МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙың ҡатыны Ольга Пешкова сығыш яһаны.

Фото: В Иглино открыли новую современную школу (БР Башлығы сайтынан).

Иглиндә - яңы мәктәп
Иглиндә - яңы мәктәп
Иглиндә - яңы мәктәп
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас