Кисә Туймазы районында юл фажиғәһе теркәлгән: "УАЗ Патриот" һәм "Ока" машинаһы бәрелешкән. Шаһиттар әйтеүенсә, "УАЗ" ҡапып ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан.
"Ока" машинаһының 68 йәшлек водителе шунда уҡ йән биргән. Уның 65 һәм 12 йәшлек пассажирҙары ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Әлеге ваҡытта Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре авария сәбәбен асыҡлай.