Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноября 2024, 12:30

Фатирҙы үҙемә күсерә аламмы?

Ике туған апайым вафат булды. Мин уның хосусилаштырған фатирында 17 йыл йәшәйем, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләйем. Мөлкәт өсөн дәғүә белдереүселәр юҡ. Фатирҙы үҙ исемемә күсерә аламмы?          Фәнис ХӘЛИМОВ, Сибай ҡалаһы.  

Фатирҙы үҙемә күсерә аламмы?Фатирҙы үҙемә күсерә аламмы?
Фатирҙы үҙемә күсерә аламмы?

Эйе, күсерә алаһығыҙ. Рәсәй Гражданлыҡ кодексына ярашлы, мөлкәттең милексеһе булмаған шәхси йәки юридик зат намыҫлы һәм даими рәүештә 15 йыл буйы (хоҡуҡҡа эйә булыу ваҡыты) уны үҙ мөлкәте кеүек ҡарап торһа, ул милек хоҡуғы алыу мөмкинлегенә эйә була. Әммә хосусилаштырылған хужаһыҙ фатирға милек хоҡуғы бары тик дәүләт теркәүенән һуң ғына барлыҡҡа килә.

Шулай итеп, хоҡуҡҡа эйә булыу ваҡыты үтәлеү сәбәпле, судҡа мөрәжәғәт итеп, милек хоҡуғына эйә булыуығыҙҙы таныуҙы һорай алаһығыҙ.

 

Һорауға 1-се категориялы адвокат Артур БӘҘӘМШИН яуап бирҙе.

Фото - freepik.com сайтынан алынды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас