Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноябрь 2024, 05:30

"Был байрам - тыуған еребеҙгә һөйөүебеҙ символы"

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡотлауы:  

"Был байрам - тыуған еребеҙгә һөйөүебеҙ символы""Был байрам - тыуған еребеҙгә һөйөүебеҙ символы"
"Был байрам - тыуған еребеҙгә һөйөүебеҙ символы"

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! Был байрам - тыуған еребеҙгә һөйөүебеҙ символы. Быуаттар дауамында берҙәмлек һәм теләктәшлек, дуҫлыҡ һәм бер-береңә ярҙам итеү, изгелеккә һәм тарихи хәҡиҡәткә ышаныс бөйөк илебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы – бөйөк Рәсәйҙе төҙөгән һәм үҫтергән.

Дөйөм ҡиммәттәр күп милләтле дәүләтебеҙҙе бөгөн дә берҙәмләштерә. Был - беҙҙең көс. Һәм хәҙер, махсус хәрби операция барғанда, быны иҫтә тотоу айырыуса мөһим. Ватаныбыҙҙы нығытыуға, тыныслыҡ урынлаштырыуға үҙ өлөшөн индергән Волга буйы федераль округында йәшәүселәргә рәхмәт белдерәм.

Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ныҡлыҡ, үҙ-ара аңлашыу теләйем!

Игорь Комаров.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас