Стас менән Забава Туапсенан Санкт-Петербургка килергә сыҡҡанда уҡ туй тураһында һөйләшергә ниәтләйҙәр. Тик төньяҡ баш ҡалаға килгәс, Стас ҡыҙҙың элекке һөйгәнен күреп ҡала. Ике егет араһында ниғаз сыға. Әлеге егет элеккеһен ҡурҡытыр өсөн граната муляжы сығара. Быны күреүселәр полиция саҡырта.
Баҡһаң, Стас яңлышҡан: был кеше бары тик элекке егеткә оҡшаған ғына булып сыға. Ул ғәфү үтенә. Хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренә эш тә ҡалмай кеүек. Әммә улар ҡыҙҙың кеҫәһендә 88 грамм кокоин табалар. Был инде ҙур партия һанала һәм енәйәт эше ҡуҙғалтыла.
Шаһит булараҡ суд ултырышына килгән егет һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай, ҡыҙ ризалыҡ бирә. Әммә никахлашыу кисектерелеп торола: ҡыҙ һаҡ аҫтында.
Судтың матбуғат секретаре Дарья Лебедева был хәл тураһында: "Суд тарихында ҡаласаҡ ултырыш", - тип әйткән.
Әйткәндәй, Стас үҙе лә элек хөкүм ителгән булған. "Вагнер" шәхси хәрби компанияһында торған.