Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноября 2024, 09:15

Уны буласаҡ Салауат Низаметдинов, тейҙәр...

Тыумыштан күреү һәләтен юғалтҡан Азат Исҡужин яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, алға бара. Ул йәшәүҙең, тәбиғәттең, кешеләрҙең матурлығын, яҡшылығын йыр-моңдар аша тоя. Быға тиклем үҙенең ижад емештәре менән тыуған яғы Хәйбуллала, эшләп йөрөгән Сибай концерт-театр берекмәһендә концерт программаһы ҡуйһа, быйыл ул Өфө тамашасылары алдында һынау тотасаҡ...  

Уны буласаҡ Салауат Низаметдинов, тейҙәр...Уны буласаҡ Салауат Низаметдинов, тейҙәр...
Уны буласаҡ Салауат Низаметдинов, тейҙәр...

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәһе һәм Сибай концерт-театр берекмәһе әҙерләгән "Күңел нурым ғәләм яҡтырта" тип аталған концерт 21 ноябрҙә, "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә (Кустарная урамы, 17-се йорт адресы буйынса урынлашҡан) үтә.

Унда Азаттың хеҙмәттәштәре - Сибай филармонияһы артистары, ижадташ дуҫтары, яҡташтары ҡатнашасаҡ. Концерт Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы уңайынан ойошторола. Билет алып килгән һәр кем йырҙар тыңлап ҡына ҡалмай, изге эшкә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас