Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейында Өфө фән һәм технологиялар, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия, Башҡорт дәүләт медицина университеттарында сит илдәрҙән килеп уҡып йөрөгән студенттар менән "Рәсәй берләштерә" тигән квиз уйын ойошторолдо. Уйын ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та булды. Йәштәр бер-береһе менән танышып, аралашып, күңелле ял итте, - тип хәбәр итә музей хеҙмәткәре Рәйлә Сабитова.
"Сәнғәт төнө"ндә шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Мәүлитбай Хәлилов менән осрашыу үтте, билдәле режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың "Ап-аҡ ҡар" фильмы күрһәтелде, папье-маша техникаһы буйынса һындар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.