Әбйәлил районының Ташбулат ауыл Советына ингән Күсем руднигы ауылында хайуандарҙың ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителгән. Эпизоотик үҙәк Яр буйы урамындағы бер йорт хужалығында табылған.
Бында ситтәргә инеү, сирле хайуандарҙы дауалау, малды-хайуандарҙы ситкә сығарыу тыйыла. Әле ауылда дәүләт ветеринария хеҙмәткәрҙәре эшләй. Унда вакцина яһалырға, берәҙәк хайуандарҙы, эт-бесәйҙәрҙе тотоу ойошторолорға тейеш.