Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2024, 05:18

Юл сифаты тикшерелде

Йәмәғәт ойошмалары ағзалары Өфө янындағы Шаҡша - Базилевка юлының сифатын тикшерҙе. Был трасса "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса ремонтланғайны.

Юл сифаты тикшерелдеЮл сифаты тикшерелде
Юл сифаты тикшерелде
Подрядсы ойошма дүрт саҡрым юлдың япмаһын алмаштырған, тротуар йәйгән, юл билдәләрен ҡуйған, ҡыҫҡаһы, норматив хәлгә ярашлы төҙөкләндергән.
Был юлда ярайһы тығыҙ хәрәкәт. Ул Республика клиник психиатрик дауаханаһына ла илтә.
Башҡарылған эштең сифатын тикшергәндә бер нисә етешһеҙлек тә асыҡланған. БР Транспорт министрлығы янындағы Йәмәғәт советы рәйесе Рөстәм Баязитов белдереүенсә, участкала туҡталыштар ҙа бар, шуға автобус өсөн тейешле билдә ҡуйырға кәрәк.
Яҡын арала етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк, тип вәғәҙә биргән эш өсөн яуаплылар.
 
Фото: Минтранс РБ.
Юл сифаты тикшерелде
Юл сифаты тикшерелде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас