Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2024, 06:30

Министр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ янында

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова - Донбасста.

Министр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ янындаМинистр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ янында
Министр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ янында

Әминә Ивний ҡыҙы социаль селтәрҙә былай тип яҙа:

"МХО биләмәһендәге һәр ир-егетебеҙ менән тәүге көндәрҙән үк даими бәйләнештәбеҙ. Улар менән һәр осрашыу - беҙҙең өсөн шатлыҡ. Мәҙәниәт учреждениелары менән бергә гуманитар ярҙам йыйҙыҡ һәм яугирҙарыбыҙға иң кәрәк нәмәләрҙе тапшырҙыҡ: генераторҙар, рациялар, аккумуляторҙар, медикаменттар, аҙыҡ-түлек, һыу, кейем-һалым һ.б.

Һәр посылка, һәр сәләм - хәстәрлек билдәһе. Ярҙам итеүсе һәр кемгә рәхмәт. Бөтә яугирҙыбыҙ менән осрашып бөтөп булманы, шулай ҙа ярҙам барыһына ла килеп етте. Уларҙы өйҙә көтәбеҙ!"

Әминә Шафиҡова Шайморатовтың үлгән ерендә, Красный Луч ҡалаһында, Донецкиҙа булған.

Белеүегеҙсә, Башҡортостан инде күп йыл Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына шефлыҡ күрһәтә. Данлыҡлы генералыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың ҡәбере лә Петровскиҙа.

Республикабыҙ бында күп кенә социаль объектты ремонтлаған, шул иҫәптән Шайморатов исемен йөрөткән мәктәпте лә. 

"Беҙ Красный Луч ҡалаһы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Ольга Лямцева менән осраштыҡ. Унда мәҙәниәт учреждениелары методик ярҙамға ла мохтаж. Видеоосрашыуҙар үткәрергә килештек, грант конкурстары, документация менән эшләү буйынса һөйләшәсәкбеҙ. Шулай уҡ модулле клубтар төҙөү буйынса проекттарыбыҙ менән ҡыҙыҡһындылар", - тип яҙа министр.

ЛНР-ҙа беҙҙең ижади коллективтарҙы ла көтәләр.

Фото: Амина Шафикова

Министр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ янында
Министр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ янында
Министр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ янында
Министр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ янында
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас