Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноября 2024, 03:30

Көлөп алайыҡ әле!

– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны, – мин һиңә галстук тегер өсөн ебәк туҡыма һатып алдым.– Ниңә ул тиклем күп?– Әрәм булмаҫ...  

Көлөп алайыҡ әле!Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны, – мин һиңә галстук тегер өсөн ебәк туҡыма һатып алдым.
– Ниңә ул тиклем күп?
– Әрәм булмаҫ, ҡалғанынан үҙемә күлдәк тегермен.

* * *
Табип ауырыуҙы тикшерә:
– Һулағыҙ! Һуламағыҙ! Һулағыҙ! Һуламағыҙ! Һулағыҙ! Һуламағыҙ! Һулағыҙ! Һуламағыҙ! Һулағыҙ! Һуламағыҙ! Һулағыҙ! Һуламағыҙ!..
– Табип әфәнде, минең һаулығым нисек?
– Үпкәләрегеҙҙе әлегә аңлай алмайым. Ә бына нерв күҙәнәктәрегеҙ ныҡ икән...

* * *
Берәүҙе ҡоторған эт тешләй. Беренсе медицина ярҙамы алып ҡайтҡас, ул ҡағыҙ-ҡәләм алып, нимәлер яҙа башлай.
– Нимә яҙаһың? – тип һорай ҡатыны.
– Дарыуҙың ярҙамы теймәгән осраҡта тешләргә теләгән кешеләрҙең исемлеген төҙөйөм.

 

* * *
Бабай – алтын балыҡҡа:
– Миңә ошо ярыҡ ялғаш урынына йәш ҡатын кәрәк!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас