Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноября 2024, 10:08

Указ сыҡты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип аталыуы тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Указ сыҡтыУказ сыҡты
Указ сыҡты

Уға ярашлы, республика Хөкүмәте ойоштороу комитеты составын һәм тейешле саралар планын раҫларға, шулай уҡ указды ғәмәлгә ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тейеш.

Райондар һәм ҡалалар хакимиәттәренә муниципаль кимәлдәге ойоштороу комитеттарын булдырырға, саралар планын әҙерләргә, раҫларға һәм үтәүҙе тәьмин итергә кәңәш ителә.

2025 йылды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан итеү ниәте тураһында Башҡортостан Башлығы 24 октябрҙә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышында әйткәйне.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас